+20 °С
Болотло


Яңы йыл алдынан мутлашыусылар мессенджерҙарға байрам открыткалары итеп вирустар ебәрә.
Һүрәттәр, гифкалар һәм видео асылғандан һуң зарарлы код эшләй башлай һәм паролдәрҙе, банк ҡушымталары мәғлүмәттәрен һәм хат алышыуҙарҙы урлай ала.
Хәбәр ителеүенсә, йөҙҙәрсә кеше зыян күргән. Рәсәйҙәргә таныш булмаған ебәреүселәрҙең шикле файлдарын һәм һылтанмаларын асырға кәңәш итмәйҙәр, ә әгәр ғәҙәти булмаған “открытка” дуҫыңдан килһә, ул уны ебәргәнме-юҡмы икәнен алдан уҡ асыҡларға.
Фото сығанағы: Башкирия Online.