Хәүефһеҙлек
14 Декабрь 2025, 07:55

Билдәле журналист фажиғәле һәләк булды

Ҡот осҡос авария ике көн элек булғайны...

Билдәле журналист фажиғәле һәләк булдыБилдәле журналист фажиғәле һәләк булды
Билдәле журналист фажиғәле һәләк булды

12 декабрҙә Башҡортостанда билдәле журналист, яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре Илшат Иманғолов фажиғәле һәләк булды. Уға 54 йәш була.

“Башинформ” мәғлүмәт агентлығының үҙ сығанағы мәғлүмәте буйынса, ул юл фажиғәһенә эләккән. Уны бөгөн Краснокама районының Күпербаш ауылында ерләйҙәр.

Илшат Вәсил улы Иманғолов 1971 йылдың 22 ноябрендә Өфөлә тыуған. Башҡорт дәүләт аграр университетын зооинженер-умартасы һөнәре буйынса тамамлағас, Рәсәй фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәгендә бал ҡортоноң популяцион генетикаһын өйрәнә.

Һуңынан Илшат Иманғолов журналист, Башҡортостан Республикаһында “Аргументы и факты”, “Российская газета”, “Известия” гәзиттәренең үҙ хәбәрсеһе була. Шулай уҡ “Парламентская газета”, “Труд” гәзитендә, “Журналист” журналында баҫыла. “Татар-информ” агентлығының үҙ хәбәрсеһе була. Фәнни йыйынтыҡтарҙа умартасылыҡ буйынса мәҡәләләр авторы.

Илшат Иманғоловтың ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Юлдарҙа һаҡ булайыҡ. 

Фото: Телеграм. 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас