Хәүефһеҙлек
16 Декабрь 2025, 11:35

Үҙеңдеке яттыҡынан яҡшыраҡ

Яңы MAX мессенджеры тураһында туҙға яҙмаған күп миф һәм фараз йөрөй

Үҙеңдеке яттыҡынан яҡшыраҡҮҙеңдеке яттыҡынан яҡшыраҡ
Үҙеңдеке яттыҡынан яҡшыраҡ

Рәсәйҙә өлөшләп WhatsApp*мессенджерын сикләү сараларын индереү дауам итә. Роскомнадзор хәбәр итеүенсә, был мессенджер Рәсәй ҡануниәтен боҙоуын дауам итә, ул илдә террористик ғәмәлдәрҙе ойоштороу һәм үткәреү өсөн ҡулланыла. Ведомство рәсәйҙәргә милли сервистарға күсергә кәңәш итә. Илебеҙҙең һанлы хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙәге мөһим аҙым – Рәсәй мессенджеры МАХты булдырыу. “Республика Башкортостан” гәзите хәбәрсеһе менән әңгәмәлә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры урынбаҫары Динар ШӘРӘФЕТДИНОВ популяр интернет-сервистарҙың өҫтөнлөктәре һәм етешһеҙлектәре хаҡында һөйләне.

WhatsApp* менән Telegram күптән популярлыҡ яулаған мессенджерҙар. Уларҙы ҡулланыуҙың хәүефе нимәлә?

– Сит ил мессенджерҙарын аралашыу йәки һиҙгер мәғлүмәт тапшырыу өсөн хәүефле тип билдәләүҙең бер нисә факторы бар. Беренсенән, был уларҙың шәхси мәғлүмәттәр тураһында федераль ҡануниәтте үтәмәүе – уның буйынса улар Рәсәй ҡулланыусыларының бөтә мәғлүмәттәрен Рәсәй Федерацияһында урынлашҡан серверҙарҙа тоторға бурыслы.

Икенсенән, хоҡуҡ һаҡлау органдары мәғлүмәттәре буйынса, енәйәтселәр был мессенджерҙарҙы мутлыҡ ҡылыуҙа әүҙем ҡуллана. Был платформаларҙа аккаунтты ялған номерҙар, сит ил SIM-карталары аша булдырырға мөмкин, шәхесте раҫлау өсөн айырым талаптар юҡ, был уларҙы енәйәти маҡсатта ҡулланырға булышлыҡ итә.

МАХ милли мессенджерының өҫтөнлөгө нимәлә?

–  МАХ – тулыһынса Рәсәй эшләнмәһе. Ул Рәсәй серверҙарын һәм һаҡланыу системаларын ҡуллана, был мәғлүмәттәрҙең ситкә китеү хәүефен кәметә һәм ҡануниәт талаптарына яуап бирә. РФ һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министры белдереүенсә, VK-ның MAX милли мессенджеры үҙенең функциональ нигеҙҙәре буйынса сит ил конкуренттарынан ҡалышмай.

МАХ дәүләт сервистарына интеграциялана, әлеге ваҡытта ҡушымта «Госкдюч» менән ҡушыла, һанлы ID булдырыу, бөтә А+ авторҙары өсөн, шулай уҡ дәүләт органдары һәм бюджет учреждениелары өсөн каналдар булдырыу мөмкинлеге бар. МАХ-ты Дәүләт хеҙмәттәре һәм башҡа һанлы сервистар менән берләштереү “Күп функциялы мәғлүмәт алмашыу сервисын булдырыу һәм Рәсәй Федерацияһының айырым закондар сығарыу акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында” федераль законда ҡаралған (N 156-ФЗ 24.06.2025 й.). Әлеге ваҡытта мессенджерҙың ҡайһы бер функциялары һәм мөмкинлектәре өҫтөндә эшләү дауам итә.

МАХ-тың именлек үҙәге даими рәүештә шикле аккаунттарҙы, үҙҙәрен банк, хоҡуҡ һаҡлау органдары йәки дәүләт сервистары хеҙмәткәрҙәре тип танытҡан мутлашыусыларҙың телефон номерҙарын ябып тора. Зарарлы һәм спам-документтар мониторлана һәм алып ташлана. Сит ил мессенджерҙары аша мутлашыуҙар үткәрелгән осраҡта, тикшереү эше уңышһыҙлыҡҡа осрарға мөмкин, сөнки уларҙың администраторҙары хоҡуҡ һаҡлау органдарына кәрәкле мәғлүмәттәрҙе бирмәй.

МАХ интерфейсы ҡулланыусыларҙың фекерҙәре нигеҙендә эшләнгән. Бөтә элементтар махсус ойошторолған фокус-төркөм эсендә һынау үтә. Визуаль биҙәлештә башҡа төрлө популяр һанлы сервистар тәжрибәһе иҫәпкә алына.

– Яңы мессенджер тураһында интернетта таратылған кире имеш-мимештәр нимә менән бәйле?

– Күптәр Рәсәйҙең технология яғынан суверенлы булыуын теләмәй, шуға күрә уның мессенджерын дискредитациялау буйынса мәғлүмәт кампанияһын йәйелдерә. Ватан мессенджерына ҡаршы килеүселәр мәнфәғәтендә эшләгән күп һанлы интернет-ресурстар сервистың көсһөҙлөгө тураһында ялған мәғлүмәт тарата, ҡулланыусыларҙан түбән баһа ҡуйылған дөрөҫ булмаған баһалама баҫтыра, МАХ мессенджеры аша мутлашыуҙың иҫәпле генә осрағы тирәләй шау-шыу тыуҙыра. Уларҙың бурысы – рәсәйҙәрҙе Telegram һәм WhatsApp* мессенджерҙарында ҡалырға күндереү, сөнки унда енәйәтселәргә кешеләрҙең мәғлүмәттәрен һәм аҡсаһын урлау уңайлы.

MAX мессенджеры телефондан бөтә мәғлүмәтте урлап, уның хужаһы өҫтөнән ялыу ебәрә ала; унан мәғлүмәт ситкә китә һәм башҡа төрлө имеш-мимеш бар. Бындай мәғлүмәтте кире ҡаға алаһығыҙмы?

MAX, башҡа мессенджерҙар кеүек үк, ҡушымтаның дөрөҫ эшләүе өсөн ныҡ мөһим булған нәмәләр буйынса ғына рөхсәт һорай. Мәҫәлән, контакттарға инеү – аралашыу өсөн, микрофонға һәм камераға – видео аша шылтыратыу өсөн, һаҡлағысҡа инеү файлдар ебәреү өсөн кәрәк. Әгәр ҙә MAX-ты башҡа оҡшаш ҡушымталар менән сағыштырһаҡ, улар хатта күберәк рөхсәт биреү талап итә. Мәҫәлән, WhatsApp* 85, Telegram – 71 рөхсәтнамә һорай, MAX-та был һан – 63.

Рәсәйҙәрҙе шулай уҡ MAX-ты төҙөгәндә асыҡ кодты ҡулланыу арҡаһында мессенджерға сит программа тәьминәте (ПО) эләгеү һәм ҡулланыусыларҙың мәғлүмәттәрен ситкә сығарыу ҡурҡынысы арта, тип тә ҡурҡыталар. Тик опенсорс-технологияларҙы ҡулланыу – ул бөтә донъяның IT-компаниялары өсөн дөйөм практика.

Бөтә технология гиганттары ла – сит илдең Google, Apple, Microsoft, Amazon, WeChat, шулай уҡ Рәсәйҙең Яндекс, СберТех, Rutube, Дәүләт хеҙмәттәре – шулай эшләй. Код мәғлүмәт хәүефһеҙлегенең эске структуралары тарафынан тикшерелә, ҡулланылған китапханалар селтәр менән тәьҫир итешмәй һәм мәғлүмәттәрҙе тышҡа тапшырмай. Йәғни опенсорс-технологияларҙы ҡулланыу мәғлүмәттәрҙең шәхсилеге менән бәйле түгел. Опенсорстан баш тартҡан хәҙерге заман компанияһы программа тәьминәтен эшләүҙә конкурентлы була алмай.

Шулай уҡ MAX-ты Рәсәй йәки Белоруссия SIM-картаһына ғына теркәргә мөмкин икәненә ризаһыҙлыҡ белдереүселәр бар. Әммә сит ил SIM-карталарын ҡулланыу теләһә ниндәй мессенджерҙарҙы законһыҙ маҡсаттарҙа ҡулланыу хәүефен тыуҙыра, сөнки компетентлы органдарҙың быны булдырмау мөмкинлектәрен сикләй.

Р. Ғатауллина тәржемәһе.

Сығанаҡ: https://resbash.ru/articles/tekhnologii/2025-12-15/svoyo-luchshe-chuzhogo-4507536

Һүрәттә: Дмитрий ФАЙЗУЛЛИН иллюстрацияһы.

                  *WhatsApp*Рәсәй Федерацияһында экстремистик тип танылған Meta корпорацияһына ҡарай.

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас