Хәүефһеҙлек
16 Декабрь 2025, 19:45

34 йыл бергә йәшәп, бер көндә һәләк булалар

Уларҙы бер көндө ерләйҙәр...

34 йыл бергә йәшәп, бер көндә һәләк булалар34 йыл бергә йәшәп, бер көндә һәләк булалар
34 йыл бергә йәшәп, бер көндә һәләк булалар

Уҙған аҙнала республикаға тәүге ҡар һәм тәүге бурандар килде. Был көндәрҙә республикала бихисап ҡурҡыныс авариялар булды һәм кешеләр ғүмерҙәре өҙөлдө. Улар араһында Дәүләкән районынан ирле-ҡатынлы Камалетдиновтар – 58 йәшлек Фәйез һәм 56 йәшлек Рәшиҙә ла бар. Насар һауа шарттарында үҙҙәренең “Лада Гранта”һында китеп барғанда, уларҙың ҡаршыларына икенсе автомобиль сыға. Был турала “Моя Уфа” паблигы яҙа.

Ир менән ҡатындың ғүмерен өҙгән авария Дәүләкән-Талбазы автомобиль юлының 17-се километрында теркәлде. Chery Tiggo водителе идара итеүҙе үҙ итә алмай һәм ғаилә пары ултырған “Лада Гранта” менән маңлайға маңлай бәрелешә. Бәрелеш шул тиклем көслө була, машинанан тимер өйөмө генә ҡала. Фәйез менән Рәшиҙә ваҡиға урынында вафат була. Тағы бер пассажирҙы һәм Chery водителен төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙаталар.

Ирле-ҡатынлы Дәүләкән районының Мәкәш ауылында йәшәгән. Фәйез Миңлегәрәй улы ошо ауылдан, Рәшиҙә Шаһәрйәр ҡыҙы күрше Алға ауылынан. Улар 1991 йылда өйләнешә. Ғаиләлә ике бала тыуа: ҡыҙҙары Лиана һәм улдары Илнар.

Балалары, туғандары һәм Фәйез менән Рәшиҙәне белгәндәр өсөн был ваҡиға ысын шок була.

“Минең ата-әсәйем һәр ваҡыт хәүефһеҙлек ҡайышын эләктереп йөрөнө, атай һәр ваҡыт тиҙлек режимын үтәне”, – тип уртаҡлашты ҡыҙы Лиана.

34 йыл бергә йәшәгән ир менән ҡатынды бер көндә тыуған районында ерләйҙәр.

Ғаиләнең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. 

Сығанаҡ: "Моя Уфа". 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас