Хәүефһеҙлек
17 Декабрь 2025, 13:45

Бөрйәндә бүреләр ауылдарға һөжүм итә

Бесән һалып йөрөйөм, бына аттар тора, бесән эргәһенә килһәм, эттең башы ғына ятып ҡалған...

Бөрйәндә бүреләр ауылдарға һөжүм итәБөрйәндә бүреләр ауылдарға һөжүм итә
Бөрйәндә бүреләр ауылдарға һөжүм итә

Ауылдарға айыу, бүре кеүек ҡырағай хайуандарҙың килеүе хәҙер республика халҡы өсөн ят күренеш түгел, бигерәк тә Белорет, Бөрйән райондарында йыртҡыстар халыҡ араһына килеп, үҙҙәренең барлығыны иҫкә төшөрөп тора. Урманда, ауыл эргәһендә йөрөгән йорт малдарын ашайҙар, шулай уҡ һуңғы ваҡытта эттәрҙе тамаҡлап алып китеүҙәре тураһында хәбәрҙәр йыш ишетелеп тора.  

“Таң” гәзитендәге хеҙмәттәштәребеҙ яҙыуынса, мәҫәлән, бер йылы һунарсының ауыл уртаһындағы өйөнә юллап барып, этен ашап, ҡойроғон ҡарға ҡаҙап киткән осраҡ та булған. Былтыр иһә район үҙәге Иҫке Собханғол ауылы уртаһынан аҡҡан Ағиҙел йылғаһы боҙона төшөрөп, маралдарҙы бер нисә тапҡыр ашағандар.
Ошо көндәрҙә Бөрйән районының Мәһәҙей ауылында бүреләр этте ашаған. Хужаның иртән тороп тышҡа сығыуға эттең башы ғына ятып ҡалған. Йорт хужаһы әйтеүенсә, йыртҡыстар бер нисәү булған, уларҙың аттарға ла һөжүм итеүе лә ихтимал.
“Иртәнге сәғәт 9 - 10 тирәһендә сыҡҡайным. Бесән һалып йөрөйөм, бына аттар тора, бесән эргәһенә килһәм, эттең башы ғына ятып ҡалған. Бүреләр ашаған тегене. Хәҙер нимә эшләйбеҙ инде, йыртҡыстар аттарға күсеп алһа”, - тип борсола ул.
Рәмил Ҡарасурин: “Минен эттең, исмаһам, башын да ҡалдырманылар, ҡойрого менан бер ботон ҡалдырғандар”, – тип яҙған.

Әлбиттә, бик ҡурҡыныс күренеш. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ. Төндә йөрөмәҫкә тырышығыҙ, шулай уҡ юлға йәйәү сыҡмағыҙ.

Бөрйәндәр иһә был хәлдән һунарсылар ғына ҡотҡарыр, тип өмөт итә.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: “Таң” гәзите.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас