Хәүефһеҙлек
18 Декабрь 2025, 13:45

Емереклектәр араһында 55 йәшлек ирҙең кәүҙәһе табылған

Йорттоң таяуҙары емерелгән...

Емереклектәр араһында 55 йәшлек ирҙең кәүҙәһе табылғанЕмереклектәр араһында 55 йәшлек ирҙең кәүҙәһе табылған
Емереклектәр араһында 55 йәшлек ирҙең кәүҙәһе табылған

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына Ҡырмыҫҡалы районының Һарыһаҙ ауылындағы шәхси йорттоң таяуҙары емерелеүе тураһында хәбәр килгән. Урынға ведомстволар һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр ебәрелгән.

Ваҡиға урынын ҡараған саҡта емереклек аҫтында 55 йәшлек ирҙең йәнһеҙ кәүҙәһе табылған. Эҙемтәләрҙе бөтөрөүгә 9 кеше һәм 3 берәмек техника йәлеп ителгән.

Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.

Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Фото: “Башинформ”

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас