Хәүефһеҙлек
22 Декабрь 2025, 17:30

200 һарыҡ һыуға батҡан

тип яҙғайнылар 16 декабрҙә... Ә күлдән 780 башты сығарғандар.

200 һарыҡ һыуға батҡан200 һарыҡ һыуға батҡан
200 һарыҡ һыуға батҡан

Был хәл Бөрө районы Үзәт күлендә булғайны. Нығынмаған боҙ ватылып икенсе ярға сығып барған һарыҡтар һыуға төшөп китә. Хужа кеше тәүҙә батҡан малдарының 200-300 тирәһе булыуы ихтималлығы тураһында әйтә, ә ҡотҡарыусылар кисәге көнгә 780 башты сығарған, эш һаман дауам итә.

Ҙур көтөүҙән ни бары бер һарыҡ иҫән ҡалған, уны текә ярға мендереп, хужаһына тапшырғандар.

Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас