

Республиканың Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн иртәнге сәғәт туғыҙ тирәһендә Саҡмағош районында булған авария фажиғәле тамамланған.
Мәғлүм булыуынса, Бүздәк – Саҡмағош – Дүртөйлө автомобиль юлының 83-сө километрында, 47 йәшлек ир “Тойота” автомобилендә ҡаршы хәрәкәт һыҙатына сыға һәм унда ҡаршы килгән “Киа Рио” менән бәрелешә.
Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә “Киа Рио” пассажиры ашығыс ярҙам килгәнсе вафат була. Уның водителе һәм ике пассажиры дауаханаға оҙатыла.
Фото: РБ Дәүләт автоинспекцияһынан.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!