

Туймазы районында М-5 “Урал” юлының 1348-се километрында “Вольво” йөк машинаһы менән “ГАЗ” ҡапма-ҡаршы килеп бәрелешкән.
“Вольво”-ның водителе ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе үк йән биргән, ә “ГАЗ”-дыҡын ауыр хәлдә дауаханаға оҙатҡандар.
Ваҡиға урынында Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре эшләй, һәләкәттең сәбәптәрен асыҡлай.
Юлдарҙа һаҡ булығыҙ! Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Фото: Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!