Хәүефһеҙлек
26 Декабрь 2025, 14:30

Яңы ғына никахтары булған...

Йәш ғаилә юл фажиғәһенә осраған

Яңы ғына никахтары булған...Яңы ғына никахтары булған...
Яңы ғына никахтары булған...

Ошо көндәрҙә Октябрьский - Туймазы юлында авария булғайны.

Унда «Приора» һәм «КИА Спортейдж» автомобилдәре бәрелешкән.

«Приора»лағы 20 йәшлек пассажир ҡатын ашығыс ярҙам килгәнсе үк һәләк булған, ә водителе Туймазы ҡала дауаханаһына оҙатылған. Уның хәле ауыр тип баһалана.

Йәштәрҙең йәй көнө генә никах уҡытҡаны тураһында билдәле булды. Улар был көндә Туймазы районында йәшәгән туғандарынан ҡайтып барған, ә үҙҙәре Татарстандың Ютазы ауылында йәшәгән. Ауылдар бер-береһенән 30 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан.

Яҡындарына сабырлыҡ теләйбеҙ…

Юлдағылар имен-һау йөрөһөн.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас