

Тәтешле районында Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре дүрт кеше һәләк булған юл-транспорт ваҡиғаһы урынында эшләй.
Яҡынса билдәле булыуынса, төнгө сәғәт өс тирәһендә Борай - Иҫке Балтас - Көйәҙе автомобиль юлының 88-се саҡрымында «Лада Гранта» менән «Газель» бәрелешкән.
Көслө бәрелеүҙән еңел автомобиль водителе һәм уның өс пассажиры (өс ир-егет һәм бер ҡатын-ҡыҙ) ваҡиға урынында йән биргән. «Газель» водителе һәм уның пассажиры төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған.
Әлеге ваҡытта Дәүләт автоинспекцияһы идаралығы хеҙмәткәрҙәре һәм Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының ЭКЦ автотехникаһы юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәптәрен асыҡлау өсөн шунда юлланған.
Һанаулы ғына көндәрҙән Яңы йыл байрамдары етә. Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, тиҙлек режимын арттырмағыҙ, ҡаршы һыҙатҡа сыҡмағыҙ! Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Фото: телеграм
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!