Хәүефһеҙлек
30 Декабрь 2025, 05:00

“Ҡыҙҙарҙы бер кем дә яңғыҙ ҡалдырмаясаҡ, туғандарыбыҙ күп, ярҙам итәсәкбеҙ”

Өлкән ҡыҙына әсәһенең юҡлығын әйткәндәр, ә бына бәләкәсе булған хәлде аңлап етмәй...

“Ҡыҙҙарҙы бер кем дә яңғыҙ ҡалдырмаясаҡ, туғандарыбыҙ күп, ярҙам итәсәкбеҙ”“Ҡыҙҙарҙы бер кем дә яңғыҙ ҡалдырмаясаҡ, туғандарыбыҙ күп, ярҙам итәсәкбеҙ”
“Ҡыҙҙарҙы бер кем дә яңғыҙ ҡалдырмаясаҡ, туғандарыбыҙ күп, ярҙам итәсәкбеҙ”

28 декабрҙә иртән Стәрлетамаҡ ҡалаһының Элеватор урамында булған юл-транспорт ваҡиғаһында 26 йәшлек пассажир ҡатындың һәләк булыуы тураһында яҙғайныҡ инде. 30 йәшлек водитель “BMW” автомобиленә идара итә алмайынса электр бағанаһына бәрелә. Сит ил машинаһы рулендәге ир иҫән ҡала, әммә дауаханаға эләгә, пассажиры һәләк була.

Мәғлүм булыуынса, аварияла һәләк булған ҡатындың һигеҙ һәм дүрт йәшлек ике ҡыҙы ҡалған. Әле ҡыҙҙар Кристинаның яҡын туғаны Юлия менән.

Юлия һөйләүенсә, Кристина ҡыҙҙарҙы һуңғы ике йылда яңғыҙы тәрбиәләгән. Ҡатын матурлыҡ салонында эшләгән. Ике йыл элек, 2023 йылдың ноябрендә, уның ире вафат булған.

“Ҡыҙҙарҙы бер кем дә яңғыҙ ҡалдырмаясаҡ, туғандарыбыҙ күп, ярҙам итәсәкбеҙ”, – ти Юлия.

Уның белдереүенсә, өлкән ҡыҙына әсәһенең юҡлығын әйткәндәр, ә бына бәләкәсе булған хәлде аңлап етмәй.

– Өлкәненә был хаҡта ипләп кенә һөйләп бирергә тырыштым. Ул бик ныҡ иланы. Кристинаның машинаға нисек килеп эләгеүен һәм водитель менән ниндәй мөнәсәбәттә булғандарын белмәйбеҙ. Ул әхирәтенә төнгө сәғәт берҙә өйҙә булыуын яҙа. Бәлки, корпоративтан киткәндер, беҙ әлегә белмәйбеҙ, – ти Юлия.

Кристина ирен юғалтҡандан һуң төшөнкөлөккә бирелмәҫкә тырыша һәм ҡыҙҙары өсөн йәшәй. Эштән буш ваҡытта спорт менән шөғөлләнә: ҡыш көнө уны йыш ҡына тау битләүендә сноуборд менән, ә йәйгеһан футбол яланында осратырға мөмкин була.

Бөгөн, 30 декабрҙә, Кристина менән хушлаштылар.

Хөрмәтле водителдәр, тиҙлек режимын теүәл үтәгеҙ, ҡыумағыҙ! Һеҙҙең дыуамаллыҡ, яуапһыҙлыҡ ошондай һөҙөмтәләргә килтерәсәге хаҡында онотмағыҙ!

Фото: @bash_gibdd.

“Ҡыҙҙарҙы бер кем дә яңғыҙ ҡалдырмаясаҡ, туғандарыбыҙ күп, ярҙам итәсәкбеҙ”
“Ҡыҙҙарҙы бер кем дә яңғыҙ ҡалдырмаясаҡ, туғандарыбыҙ күп, ярҙам итәсәкбеҙ”
“Ҡыҙҙарҙы бер кем дә яңғыҙ ҡалдырмаясаҡ, туғандарыбыҙ күп, ярҙам итәсәкбеҙ”
“Ҡыҙҙарҙы бер кем дә яңғыҙ ҡалдырмаясаҡ, туғандарыбыҙ күп, ярҙам итәсәкбеҙ”
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас