Хәүефһеҙлек
31 Декабрь 2025, 05:00

Өс бала һәләк була яҙған...

Был мәлдә йорт хужабикәһе балаларын өйҙә ҡалдырып, магазинға киткән булған

Өс бала һәләк була яҙған...Өс бала һәләк була яҙған...
Өс бала һәләк була яҙған...

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Саҡмағош районының Саҡмағош ауылында күп балалы ғаилә йәшәгән йортта янғын сыҡҡан.

Был мәлдә йорт хужабикәһе балаларын өйҙә ҡалдырып, магазинға киткән булған. Күршеләре төтөн сыҡҡанын күреп, ишекте асып, ике баланы урамға сығара. Ошо мәлдә балаларҙың әсәһе ҡайта һәм тағы бер баланың өйҙә ҡалыуын аңлап, өйгә йүгереп инә һәм уны үҙе алып сыға.

Балалар Саҡмағош үҙәк дауаханаһына тикшереү өсөн оҙатылған. Урында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәүтикшереүсеһе һәм психологтар эшләй.

Балаларҙың ут менән шаярыуы һөҙөмтәһендә янғын сыҡҡан, тиҙәр. Шулай уҡ электр селтәре авария хәлендә булған тигән фараз да бар.

Хөрмәтле ата-әсәләр, балаларығыҙ менән янғын хәүефһеҙлеге саралары тураһында йыш һөйләшегеҙ. Балаларға, әгәр янғын башланһа һәм был мәлдә өлкәндәр өйҙә булмаһа, нимә эшләргә кәрәклеген аңлатырға тырышығыҙ.

Балаларға төп хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен һөйләгеҙ, балаларға ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуған осраҡта ашығыс хеҙмәттәргә шылтыратырға кәрәклеген, өйөгөҙҙөң адресын һәм телефондарығыҙҙы өйрәнегеҙ, шырпы һәм тоҡандырғыстарҙы балалар ҡулы етмәгән урындарҙа һаҡлағыҙ, уларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ.

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.

Өс бала һәләк була яҙған...
Өс бала һәләк була яҙған...
Өс бала һәләк була яҙған...
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас