

Учалы районында, Белорет – Учалы – Мейәс трассаһының 110-сы километрында, “Киа” автомобиленең 44 йәшлек водителе, хәрәкәттең ҡаршы һыҙатына сығып, ВАЗ-21053 машинаһына бәрелгән.
Авария эҙемтәһендә ватан автомобиленең 66 йәшлек водителе һәләк булған.
Фажиғә урынында дәүләт автоинспекцияһы һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй. Хәлдең сәбәптәре тикшерелә.
Хөрмәтле водителдәр! Һеҙҙе юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә, ҡабаланмаҫҡа саҡырабыҙ. Һеҙҙең яңылыш аҙымығыҙ ғүмерҙәр менән үлсәнә икәнен онотмағыҙ.
Фото: Башҡортостан дәүләт автоинспекцияһы.
Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: max.ru/gazetabash...