Хәүефһеҙлек
3 Ғинуар , 19:00

Аварияла ике кешенең ғүмере өҙөлгән

Бер пассажир дауаханаға оҙатылған.

Аварияла ике кешенең ғүмере өҙөлгәнАварияла ике кешенең ғүмере өҙөлгән
Аварияла ике кешенең ғүмере өҙөлгән

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, байрам көндәрендә лә республика юлдарында үлемесле юл-транспорт ваҡиғалары дауам итә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, кисә М-5 трассаһында өс машина бәрелешкән. Һөҙөмтәлә, ике кеше ваҡиға урынында уҡ йән биргән.

Емерек хәлдәге транспорттан ҡотҡарыусылар һәләк булғандарҙың кәүҙәләрен сығарған. Еңел автомобилдәге пассажир ҙур зыян күргән, уны тиҙ ярҙам бригадаһына тапшырғандар.

Юлдарҙа водителдәргә иғтибарлы булыу талап ителә. Ҡаршы һыҙатҡа сыҡмағыҙ, тиҙлек режимын арттырмағыҙ! Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Фото: "Салауат ерендә" гәзитенән

Аварияла ике кешенең ғүмере өҙөлгән
Аварияла ике кешенең ғүмере өҙөлгән
Автор:Карима Усманова
Читайте нас