

6 ғинуарҙа көндөҙгө сәғәт 12-нән муниципаль-ара әһәмиәттәге дөйөм файҙаланыуҙағы автомобиль юлдары участкаһында транспорттың бөтә төрө өсөн хәрәкәт асылды.
Шулай уҡ көндөҙгө сәғәт 1-ҙән төбәк әһәмиәтендәге дөйөм файҙаланыуҙағы юл участкаһында йөк транспорты һәм пассажир транспорты өсөн хәрәкәт сикләүҙәре алынды (Өфө - Инйәр - Белорет юлының 67-се саҡрымдан 204-се саҡрымға тиклем өлөшө - Башҡортостандың Архангел һәм Белорет райондары). Был хаҡта Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов хәбәр итте.
Бынан алдараҡ, 5 ғинуар кисендә, һауа торошоноң насарайыуы сәбәпле автомобиль юлдарының 11 участкаһында хәрәкәт сикләнгәйне.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!
Фото: Госавтоинспекция РБ.