Хәүефһеҙлек
8 Ғинуар , 05:50

Аҙна һуңында ниндәй һауа торошо көтөлә?

Иғтибар: һаҡ булығыҙ! 

Аҙна һуңында ниндәй һауа торошо көтөлә?Аҙна һуңында ниндәй һауа торошо көтөлә?
Аҙна һуңында ниндәй һауа торошо көтөлә?

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, оҙайлы ялдарҙың аҙаҡҡы көндәре ҡарлы, боҙлауыҡлы буласаҡ.

8 ғинуарҙа республикала бер аҙ ҡар яуасаҡ, айырым райондарҙа боҙлауыҡ, юлдарҙа – ҡар һырынтылары, тайғаҡ. Ел көньяҡтан талғын иҫә, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ -2, -7 градус.

Иртәгә, 9 ғинуарҙа, ҡар, ҡайһы бер урындарҙа епшек ҡар яуыуы көтөлә.Ел көньяҡтан талғын иҫер. Һауа температураһы төндә -4, -9, аяҙайтҡанда -14, көндөҙ иһә -1, -6 градус.

10 ғинуарҙа ла ҡар, ҡайһы бер урындарҙа епшек ҡар яуыуы көтөлә. Боҙлауыҡ, юлдарҙа тайғаҡ буласаҡ. Ел көньяҡтан талғын иҫер. Һауа температураһы төндә -9, -14, көндөҙ -3, -8 градус.

Боҙлауыҡ мәлендә юлдарҙа һаҡ булығыҙ!

Нурзиә Хәсәнова видеояҙмаһы.

Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan   

Автор:
Читайте нас