Әбйәлил районының Красная Башкирия эргәһендәге күлдә – ғәҙәттән тыш хәл.
Телеграм-каналдарҙа хәбәр итеүҙәренсә, дрифтинг өсөн майҙан әҙерләүгә, боҙҙо ҡарҙан таҙартыу маҡсатында бер трактор ебәрелә. Әммә ул шунда уҡ бата. Ҡотҡарыу өсөн ебәрелгән тағы ике трактор ҙа боҙ аҫтына китә.
Уларҙы һаман сығара алмайҙар.
Телеграмдағы каналдарҙағы мәғлүмәттәр буйынса, махсус техника ошондағы бер эшҡыуарҙыҡы. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, был күлдә дрифтинг йыл да үткәрелеп килгән. Быйыл иһә боҙ йоҡа булып сыҡҡан.
Боҙҙа иғтибарлы, һаҡ булайыҡ.
Фото: Телеграмдағы БашДТП төркөмөнән.
Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan