Кисә Баймаҡ районының Түбәнге Иҙрис ауылында ағас йортҡа ут ҡапҡан. Янғында 46 йәшлек ирҙең һәм 40 йәшлек ҡатындың ғүмере өҙөлгән.
Янғын сәбәптәре асыҡлана. Урында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтиш-оператив төркөмө һәм тәүтикшереүсе эшләй, тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.
Яңы йылдың 9 көнөндә республикала 71 янғын теркәлеп, уларҙа 4 кеше һәләк булған, 5 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған.
Янғын һағы хеҙмәткәрҙәре ут менән һаҡ эш итеү кәрәклеге хаҡында туҡтауһыҙ киҫәтеп тороуға ҡарамаҫтан, уттан зыян күреүселәр һаны ла, һәләк булыусылар ҙа кәмемәй.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә: бер розеткаға күп ҡеүәтле электр приборҙарын ҡуймағыҙ; иҫерек килеш түшәктә тәмәке тартмағыҙ, өйөгөҙгә янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡорамал ҡуйырға онотмағыҙ.
Фото: “Башинформ”
Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!