Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
10 Ғинуар , 01:40

Ҡатын Өфөнән булған...

Ҡот осҡос аварияла өс машина бәрелешә. 

Ҡатын Өфөнән булған...
Ҡатын Өфөнән булған...

Кисә кис Иглин районында М5 “Урал” трассаһының 1503-сө километрында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде. Республика буйынса Дәүләт автоинспекцияһының яҡынса мәғлүмәттәренә ярашлы, Өфөлә йәшәгән 45 йәшлек ҡатын, Силәбе өлкәһенең Әшә ҡалаһы яғынан Өфө яғына табан хәрәкәт итеп, ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан. Уның "Рено Дастер" автомобиле Scania йөк машинаһы, ә һуңынан Toyota внедорожнигы менән бәрелешә.

Renault водителе алған йәрәхәттәренән урында уҡ һәләк була. Ваҡиға урынында Дәүләт автоинспекцияһы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡотҡарыусылары һәм ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәре эшләй. Авария шарттары асыҡлана. Был участкала хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә.

Ҡышҡы юл ҙур иплелек талап итә. Үлемесле һәм ҡурҡыныс аварияларға юл ҡуймаҫ өсөн тейешле тиҙлекте һаҡларға, ниндәй ҙә булһа хәрәкәт яһар алдынан маневрҙың хәүефһеҙлегенә ышанырға, ҡайыштарҙы эләктереп йөрөргә кәрәк.

Юлдар имен булһын.

Фото: ДАИ. 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan  ҡушылығыҙ! 

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас