Мөғжизәле Яңы йыл байрамы һәр саҡ мөғжизә бүләк итмәй шул. Бына ҡышҡы сәйәхәткә юлланған биш дуҫ та был юлы теләгән урындарына барып етә алмаған.
Архангел районының Үрге Ләмәҙ ауылынан биш кеше Атыш шарлауығына сәйәхәткә юлланған. Кискә ҡайтып етергә тейеш булғандар. Уларҙы таныштары машина менән ҡаршыларға вәғәҙәләгән. Тик туристар ҡайтыр юлға сыҡҡас, арыған, өшөгән һәм аҙашҡандар.
Уларҙы тейешле урында көтөп ултырған водитель ҡотҡарыусыларға шылтыратҡан. Ваҡиға урынына килгән ҡотҡарыусылар ҡаргиҙәрҙә бар тирә- яҡты ҡыҙырып сыҡҡан, әммә кисә саҡ тапҡандар. Бәхеткә күрә, туристарҙың барыһы ла иҫән -һау.
Ҡышҡы урманға барыр алдынан ныҡлап кейенергә, үҙҙәре менән йылы сәй алырға тәҡдим итә ҡотҡарыусылар. Иң мөһиме - үҙегеҙҙе ышаныслы тотһағыҙ ғына ҡышҡы сәйәхәткә сығығыҙ! Урманда һауа торошоноң кинәт үҙгәреүен, юлдарға көрт һалыуын онотмағыҙ!
Фото: телеграм
Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: max.ru/gazetabash...