-12 °С
Болотло
Тәүлектең ҡараңғы ваҡытында Әбйәлил районының Хәлил һәм Әбделмәмбәт ауылдары араһындағы трассала юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. 17 йәшлек егет ВАЗ-2112 автомобиленә идара итеп, атты бәрҙергән.
Авария һөҙөмтәһендә водитель йәрәхәтләнгән һәм район дауаханаһына оҙатылған.
Кем ғәйепле: аттарын төндә ҡарауһыҙ йөрөткән хужалармы әллә водителмы? Фекерҙәрегеҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине.
Фото: телеграм.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!