Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
16 Ғинуар , 18:45

Ике ай инде эҙләйҙәр...

Ейәнсуранан 53 йәшлек ир ғәйеп булған

Ике ай инде эҙләйҙәр...
Ике ай инде эҙләйҙәр...

Үрге Муйнаҡ ауылынан Батыр Хәмиҙуллинды 2025 йылдың 28 октябренән бирле эҙләйҙәр.

БР “ЛизаАлерт” эҙләү отряды ирекмәндәре мәғлүмәтенсә, ирҙең буйы 170 см, ҡаҡса кәүҙәле, ҡара сәсле, һоро күҙле. Өҫтөнә нимә кейгәне билдәһеҙ.

Ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт белеүселәр булһа, 8 (800)-700-54-52  ҡыҙыу линияның телефоны буйынса йәки 112 һандарына шылтыратыуҙары һорала.

Фото: “ЛизаАлерт”.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас