Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
16 Ғинуар , 13:30

Кис һайын ҡыҙын ҡаршылай

Ул һуң ғына эштән ҡайта, шуға ла атаһы ғәзизе өсөн ныҡ борсола. Ҡараңғыла ниндәй генә әҙәмдәр осрамаҫ...

Кис һайын ҡыҙын ҡаршылай
Кис һайын ҡыҙын ҡаршылай

Интернет киңлегендә ниндәй генә мәғлүмәт юҡ, яҡшыһы ла, яманы ла, тигәндәй... Бәхеткә күрә, тормошто нурлаған, йәшәйеште йәмләгән күренештәр, ваҡиғалар, кешеләр тураһында ла яҙмалар осрап тора. Бына шундайҙарҙың береһен тап иттем дә тарихты һеҙгә лә һөйләргә булдым.

Парагвайҙа йәшәгән 72 йәшлек Феликс Карденас тигән ир уҙаманы һәр кис һайын автобус туҡталышына сыға икән. Ул һуңлап ҡына эштән ҡайтҡан ҡыҙы Беленды ҡаршылай. Атай өсөн һөйөклө ҡыҙының хәүефһеҙлеге донъяла бар нәмәнән өҫтөн. Юғиһә бит, үҙе лә йәш түгел, ә ҡараңғыла ниндәй генә әҙәмдәр осрамаҫ...

Дон Карденас инде күп йылдар, һауа торошоноң ниндәй булғанына ла ҡарамай, туҡталышта тора һәм автобустан таныш, ғәзиз һындың килеп сығырын көтә.

Бер ваҡыт ҡыҙы тыныс ҡына үҙен көтөп торған атаһының фотоһүрәтен социаль селтәргә һала һәм: “Атаҡайым, һәр саҡ янымда булыуыңды теләйем! Һине бик яратам!” – тип яҙа. Ошо ябай ғына ғәмәле арҡылы ул ҡәҙерле кешеһенә булған оло рәхмәтен, һөйөүен еткерә.

Тарих беҙҙең тарафтарҙағы социаль селтәрҙәргә лә килеп етә. Бихисап кешеләр ошондай ысын атайҙарға ҡарата тәрән ихтирамға сорналған йылы комментарийҙарын ҡалдыра, үҙҙәренең ғәзиз кешеләрен һағынып хәтергә ала. Уларҙы уҡып, донъяла изгелек, яратыу, кешеләрҙең бер-береһе өсөн өҙөлөп тороуы тигән мөҡәддәс тойғоларҙың барыбер ҙә күберәк булғанына инанаһың да, һалҡын ҡыш булыуға ҡарамаҫтан, тормош сағыу ҡояш нурҙарына тула!..

Һеҙ ҙә шундай атайҙарҙы беләһегеҙҙер, дуҫтар?

Фото: vk.com/it.is_interesting

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

 

Автор: Равиля Гатауллина
Читайте нас