Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
19 Ғинуар , 13:00

Ике ғаилә йортһоҙ ҡалды

Ике өйҙә лә күп балалы ғаиләләр йәшәгән. Ҡотҡарыусылар ваҡиға урынына тиҙ барып етә лә ул. Улар килгәнсә... 

Ике ғаилә йортһоҙ ҡалды
Ике ғаилә йортһоҙ ҡалды

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы  идаралығы хәбәр итеүенсә, Шаран районының Салмалы ауылындағы бер ҡатлы кирбес йортта кискеһен янғын сыға.

Ваҡиға урынына янғын һүндереүселәр тиҙ барып етә. Улар килгәнсә йорттан өс өлкән кеше һәм бала үҙаллы сыҡҡан була. Янғын һүндерелә. Һөрөм еҫе менән ағыуланған 53 йәшлек ирҙе ауыр хәлдә дауаханаға оҙаталар.

Шулай итеп, күп балалы ғаилә йортһоҙ ҡала, әлеге ваҡытта Ҡуян ауылындағы туғандарында йәшәргә мәжбүр.

Үткән ял көндәрендә Иглин ауылындағы йорттарҙың береһендә ут сығып, ете кешенән торған ғаиләне йорт-ерһеҙ ҡалдырҙы. Есенин урамындағы был бер ҡатлы ағас йортта өс бала тәрбиәләнгән. Янғын һүндереүселәр утты һүндерә, ҡорбандар юҡ. Күп балалы ғаиләне күршеләре ваҡытлыса үҙҙәренә һыйындырған.

Янғын сәбәптәре асыҡлана, урында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тикшереүселәре эшләй. Һыуыҡ көндәрҙә янғын хәүефе  көслө булыуы билдәле. Түбәндәге һаҡлыҡ ҡағиҙәләрен үтәү күп бәлә-ҡазанан аралар:

–эшләп торған электр приборҙарын ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ;

–төнгөлөккә техниканы һүндерегеҙ;

-электр ҡорамалдары төҙөк булһын;

-янғын иҫкәртеүсе приборҙы урынлаштырығыҙ;

-балаларығыҙҙы яңғыҙ ҡалдырмағыҙ.

Фото: Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идаралығы сайты.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Ике ғаилә йортһоҙ ҡалды
Ике ғаилә йортһоҙ ҡалды
Ике ғаилә йортһоҙ ҡалды
Ике ғаилә йортһоҙ ҡалды
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас