Хөкүмәт кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров керәшен байрамы сараларының яҡшы ойошторолоуын билдәләне. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, республикала 17 меңдән ашыу кеше һыу инеп киткән. Иң күп ҡатнашыусылар Өфөлә – 3,6 мең, шулай уҡ күптәр Ишембай (1,3 меңдән ашыу) һәм Благовещен (бер меңдән ашыу) райондарының махсус мәкеләренә барып йоланы үтәгән.
Республика Башлығы бөтә сараларҙың “бер ниндәй ғәҙәттән тыш хәлдәрһеҙ” үтеүен билдәләне һәм муниципалитеттарға һәм ғәҙәттән тыш хеҙмәттәргә рәхмәт белдерҙе.
Дөйөм алғанда, республикала суҡындырыу йолаһы 18 ғинуарҙа киске сәғәт 8-ҙән башланды. 19 ғинуарҙа 12 сәғәткә ҡарата, уларҙа 17 меңгә яҡын кеше ҡатнашҡан.
Был хаҡта Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, республика биләмәһендә 57 муниципалитетта 98 махсус һыу инеү урыны йыһазландырылған. Хәүефһеҙлекте тәьмин итеү өсөн 1114 кеше һәм 317 берәмек махсус техника йәлеп ителгән.
Фото: "Башинформ".