Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
20 Ғинуар , 11:00

Мысырҙа комаға киткән ҡатынды алып ҡайтыуға - 13 миллион һум аҡса кәрәк!

Һуңғы ваҡытта сит илдәрҙә ял итеү хәүефле була башланы. Кемдер ял итергә барып, экскурсияларҙа зыян күрә, икенселәре йәрәхәтләнә. Ә бына сираттағы хәл бигерәк тә аяныслы.

Мысырҙа комаға киткән ҡатынды алып ҡайтыуға - 13 миллион һум аҡса кәрәк!
Мысырҙа комаға киткән ҡатынды алып ҡайтыуға - 13 миллион һум аҡса кәрәк!

Һуңғы ваҡытта сит илдәрҙә ял итеү хәүефле була башланы. Кемдер ял итергә барып, экскурсияларҙа зыян күрә, икенселәре йәрәхәтләнә. Ә бына күрше өлкәләге ҡатынға бигерәк тә ҡыйын булған.

Уҡытыусы ҡатын ҡыҙы, улы, уның кәләше менән Мысырға ял итергә бара. Дүртенсе ғинуарҙа уларҙың  самолеты Шарм-эль-Шейхҡа килеп төшә. Барыһы ла яҡшы була, әммә аэропортта бер мәл әсәләре үҙен насар тоя башлай.

“Әсәйемдә диабет, ҡан баҫымы юғары, уға стент ҡуйҙылар, тик ул юлға сығыр алдынан да, самолетта ла бер ниҙән дә зарланманы – барыһы ла яҡшы ине. Уның хәле кинәт насарланды – башы бик ныҡ ауырта башланы. Беҙ уның йөрәге менән бер нәмә булды микән тип уйланыҡ, валидол бирҙек. Ул уны ауыҙ эсендә бер нисә секунд тотто, ә һуңынан тулыһынса күгәрҙе һәм иҫен юғалтты. Мин әсәйемде аңына килтерергә тырыштым, яһалма тын алдырҙым. Һуңынан “Ашығыс ярҙам” килде һәм уны дауаханаға алып киттеләр”,  - ти улы.

Дауаханала уның йөрәге туҡтағанын әйтәләр, әммә уны эшләтеп ебәрәләр. Баш мейе томографияһы ҡан һауғанын күрһәтә, уға “геморрагик инсульт” диагнозы ҡуялар.

“Шул көндән бирле ул комала. 12  ғинуар йәнә бер операция эшләйҙәр, барыһы ла яҡшы тиҙәр, әммә үҙгәреш юҡ. Әсәйем шулай уҡ комала”,  - тип хәбәр иткән улы Руслан.

Уҡытыусының ғаиләһенә 13 миллион 500 меңлек счет биргәндәр. Әле ярҙам итеүселәр эҙләнә, теләүселәр аҡса күсерә. Шулай уҡ зыян күреүсенең улы Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығына, консуллыҡҡа һәм Тышҡы эштәр министрлығына мөрәжәғәт иткән.

“Кисә беҙгә Катастрофалар медицинаһы үҙәгенән шылтыраттылар, бөтә мәғлүмәттәрҙе алдылар, әммә бер ниндәй ҙә яуап килмәне, көтәбеҙ”,  - тигән улы.

Нисек кенә ауыр булмаһын, уҡытыусылар ғаиләһенә тейешле ярҙам күрһәтелер һәм тиҙ арала яҡташыбыҙ тыуған иленә ҡайтыр, тигән ышаныста ҡалайыҡ.

Сит илгә барыр алдынан һаулығығыҙҙы мотлаҡ тикшертегеҙ, самолетта осорға яраймы, юҡмы икәнлеген белешегеҙ. Ялығыҙ аҙаҡ хәсрәткә әйләнмәһен.

Сығанаҡ: “Интернат”

Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!

 

Автор: Карима Усманова
Читайте нас