Рәсәйҙең Федераль именлек хеҙмәте Мәскәү ҡалаһында һәм Башҡортостанда илебеҙҙә тыйылған халыҡ-ара террорсылыҡ ойошмаһы ағзаһы булған Үҙәк Азия илдәренән ике кешене ҡулға алды. Улар Өфөлә теракт ҡылмаҡсы булған.
Енәйәтселәр баш ҡалабыҙҙағы полиция бүлегенә һөжүм итмәксе булып, уның тураһында мәғлүмәт йыйған. Ошондай ғәмәлдәре менән улар именлек органдарының иғтибарын йәлеп итә лә инде. Был әҙәмдәр урынды һәр йәһәттән тикшереп сыҡҡан, ҡорал, шартлатҡыс яһау өсөн кәрәк-яраҡ һатып алып, уны йыя башлаған. Уларҙы ҡулға алғанда башлыҡтары тәртип һаҡсыларына ҡораллы ҡаршылыҡ күрһәтә. Һөҙөмтәлә атып үлтерелә.
Халыҡ һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре араһында зыян күреүселәр юҡ. Енәйәтселәрҙең икенсеһенә ҡарата тәфтиш ғәмәлдәре башҡарыла. Әйткәндәй, уларҙың йәшәгән ерендә шартлатҡыстың өлөштәре, шулай уҡ террорсылыҡ ойошмаһының символикаһы табылған.
Федераль именлек хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, енәйәтселәргә булышлыҡ итергә ризалыҡ биргәндәрҙең барыһы ла асыҡланып, енәйәт яуаплылығына тарттырыласаҡ.
Фото: "Башинформ" агентлығы.