-12 °С
Болотло
Өфөнән 30 йәшлек Эльвир Илшат улы Хәйретдиновты эҙләйҙәр. 2026 йылдың 20 ғинуарында ул көрән төҫтәге “Лада Гранта” автомобилендә сығып киткән дә кире ҡайтмаған.
Билдәләре: буйы 175 см, уртаса кәүҙәле, сәсе ҡара, күҙҙәре һоро төҫтә.
Өҫтөнә ҡара күк төҫтәге ҡышҡы куртка, ҡара шапка кейгән тип фаразлана.
Уның тураһында ниндәйҙер мәғлүмәт белеүсе булһа, 8(800) 700-54-52 йәки 112 һандарына шылтыратыуығыҙ һорала.
Фото: “ЛизаАлерт”
Беҙҙең МАХ каналына яҙылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan.