Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
27 Ғинуар , 18:45

Республикала ҡот осҡос енәйәт теркәлде

Мәғлүм булыуынса, бер ҡәбәхәт элекке ҡатынын һәләк иткән, ҡыҙын да үлтерергә маташҡан.

Республикала ҡот осҡос енәйәт теркәлде
Республикала ҡот осҡос енәйәт теркәлде

Мәғлүм булыуынса, бер ҡәбәхәт әҙәм элекке ҡатынын балалары алдында үлтергән һәм ҡыҙының да ғүмерен ҡыйырға маташҡан.

Был хәл Шишмә районында булған. Ир элекке ҡатыны менән ирешкәндән һуң, балаларының күҙ алдында уның муйынына бысаҡ менән сәнсә башлаған. Ҡатын шунда уҡ һәләк була. Шунан һуң ир ҡыҙының эсенә бысаҡ менән сәнсә, ул иҙәнгә ҡолай. Атаһы ҡыҙының яраһы үлемесле тип иҫәпләп, "ул да йән бирәсәк" тип уйлап сығып ҡаса.

Енәйәтсене тотҡандар һәм 23 мартҡа тиклем ҡулға алғандар.

Фото: скриншот.

Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас