Кисә йән өшөткәс хәбәр билдәле булды. Өфөлә 29 йәшлек ҡатын яңы бер айы тулған сабыйын үлтергән.
Хоҡуҡ һаҡлау органдары ҡатындың енәйәт ваҡытында үҙенең ни эшләүен бик аңлап етмәүе тураһында һөйләгән. Ул балаһы менән туғандарында йәшәгән. Үлтерер алдынан, сабыйын ҡарауҙан арыным тигән. Ҡыҙ бала сираттағы тапҡыр кәйефһеҙләнә башлағас, әсәһе уны тынысландырырға тырыша: һелкетә башлай, һуңынан муйынын ҡулдары менән ҡыҫа. Уның йәшәү билдәләрен күрһәтмәүен күреп, ҡатын ашығыс ярҙам саҡыра. Килгән табиптар баланың үлемен раҫлай. Тәүҙә әсә барыһын да бәхетһеҙ осраҡ итеп күрһәтергә маташҡан, әммә хоҡуҡ һаҡлаусылар сабыйҙың тәнендә көсләп үлтереү эҙҙәрен тапҡан. Ҡатын-ҡыҙға аҡылы буйынса суд-психиатрия экспертизаһын үтергә кәрәк буласаҡ.
Әле ҡатынды ҡулға алғандар, ул 25 мартҡа тиклем һаҡ аҫтында буласаҡ. Был арала хәлде тикшереү дауам итә.
Фото: Тәфтиш комитеты.