

Әле генә хәүефле хәбәр билдәле булды: Өфө мәктәптәренең береһендә 9 класта уҡыған үҫмер ҡулына ҡорал алып һөжүм иткән. Хәл 16-сы гимназияла булған.
Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте. Уның яһыуынса бөгөн иртән туғыҙынсы класс уҡыусыһы Өфөнөң 16-сы гимназияһында страйкбол автоматынан атыу асҡан.
"Зыян күреүселәр юҡ. Үҫмерҙе ҡулға алдылар ҙа инде. Хәл контролдә, барыһын да асыҡлайбыҙ", – тип хәбәр итте төбәк етәксеһе.
БР буйынса Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн 11.00 тирәһендә дежур бүлегенә 16-сы ҡала гимназияһындағы ваҡиға тураһында хәбәр килә. Күрһәтелгән адрес буйынса шунда уҡ полиция, Росгвардия һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр хеҙмәткәрҙәре килә. Ваҡиға урынына БР буйынса эске эштәр министры полиция генерал-майоры Александр Воронежский ҙа бара.
“Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 16-сы гимназияның 9-сы класы уҡыусыларының береһе пластик пневматик автомат менән мәктәпкә үткән. Ул уҡытыусыға һәм өс класташына бер нисә тапҡыр ата һәм петарда шартлата. Полицияның патруль-пост хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре Росгвардия хеҙмәткәрҙәре менән берлектә уны ҡулға ала. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана", – тиелә ведомствоның рәсми комментарийында.
Ваҡиға урынына шулай уҡ ҡала мэры Ратмир Мәүлиев та барған.
"16-сы гимназиялағы осраҡ буйынса бөтә шарттарҙы асыҡлайбыҙ. Үҙем урында. Бөтә хеҙмәттәр ҙә оператив рәүештә яуап бирҙе", - тип хәбәр итте ҡала башлығы.
Өфө мэрияһы мәғлүмәттәре буйынса, сигнал алғандан һуң бөтә хеҙмәттәр ҙә тиҙ арала яуап биргән.
Mash телеграм-каналы мәғлүмәттәре буйынса, үҫмерҙең класс етәксеһе менән етди һөйләшеүе булырға тейеш булған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, икенсе мәктәптән күскәндән һуң, уның яраҡлашыу менән проблемалары барлыҡҡа килә. Бөгөн ул тәүге ике дәрескә килмәгән һәм өсөнсөһөнә һуңлаған. Һөжүм алдынан, уның коридор буйлап битлек кейеп йөрөгәнен класташы төшөрөп өлгөрә.
Әлеге ваҡытта ваҡиғаның тулы картинаһын асыҡлау өсөн тикшереү үткәрелә.
Фото: "Башинформ"