Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
3 Февраль , 21:40

"КамАЗ" дүрт кеше ултырған автомобилде иҙгән...

Бөгөн кис ҡот осҡос фажиғә булған

"КамАЗ" дүрт кеше ултырған автомобилде иҙгән...
"КамАЗ" дүрт кеше ултырған автомобилде иҙгән...

Республиканың Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн кис Бәләбәй районында дүрт кеше һәләк булған юл фажиғәһе теркәлгән.

Мәғлүм булыуынса, Бәләбәй – Аксаков – Аксен автомобиль юлының 27-се километрында “КамАЗ” менән “Лада Гранта” автомобилдәре бәрелешкән.

Ваҡиға урынында көслө бәрелеүҙән еңел автомобилдәге дүрт кеше лә һәләк булған.

Республиканың Дәүләт автоинспекцияһы етәксеһе Владимир Севастьянов юл-транспорт ваҡиғаһы урынында полиция хеҙмәткәрҙәренең эшмәкәрлеген координациялау өсөн Бәләбәй районына юлланған.

Фотолар сығанағы: БР Дәүләт автоинспекцияһы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы.

"КамАЗ" дүрт кеше ултырған автомобилде иҙгән...
"КамАЗ" дүрт кеше ултырған автомобилде иҙгән...
"КамАЗ" дүрт кеше ултырған автомобилде иҙгән...
"КамАЗ" дүрт кеше ултырған автомобилде иҙгән...
"КамАЗ" дүрт кеше ултырған автомобилде иҙгән...
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас