

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн көндөҙ Балаҡатай районының Яңы Балаҡатай ауылында таҡталы верандалы бүрәнә йорт янған.
Янғын һүндереү барышында ике кешенең – 56 йәшлек йорт хужаһының һәм тағы бер ирҙең кәүҙәһе табылған.
Янғынды тикшереүҙе Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәфтишсеһе үткәрә, ваҡиға урынында тәфтиш-оператив төркөм эшләй.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ:
– тәмәке тотоп, иҫерек килеш йоҡлау янғынға килтерә;
– бер розеткаға йәки үткәргескә бер юлы бер нисә ҡеүәтле электр ҡорамалын тоташтырыу янғынға килтереүе ихтимал;
– автономлы янғын хәбәрсеһе һеҙҙең ғүмерегеҙҙе ҡотҡара ала.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.