

Ҡыҙын балкондан ташлаған атай кеше шулай тип ҡыҙына мөрәжәғәт иткән. Был турала “Честный репортаж” телеграм-каналында хәбәр ителә. Ирҙе Өфөнөң Орджоникидзе район судына килтергәндәр. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, ҡот осҡос хәл ҡылыуы башына барып еткән һәм ғфү үтенгән. “Аңланым. Ҡыҙым иҫән ҡалған. Ғәфү үтенәм”, тигән ул.
Йәш баланың ғүмерен ҡыйырға маташыуҙа ғәйепләнгән иргә ҡарата енәйәт эшен тикшереү тамамланған. Хәл 9 октябрҙә Өфөнөң Ульянов урамында иртән булғайны. Күп фатирлы йорттоң дүртенсе ҡатында йәшәүсе ир бәләкәс ҡыҙына күп тапҡыр һуға, шунан балкондан ергә бәрә. 4 йәшлек бала бик ауыр йәрәхәттәр ала, шулай ҙа ваҡытында күрһәтелгән медицина ярҙамы уның ғүмерен һаҡлап ҡала.
Суд тәғәйенләгән психологик-психиатрик экспертиза һөҙөмтәһе ирҙең хроник психик сирле булыуын күрһәткән. Ул ауыр енәйәт ҡылғанда ла һәм хәҙер ҙә үҙенең ҡылығының янындағылар өсөн хәүефле булыуын аңламай. Уға психиатрик ярҙам күрһәтеү өсөн махсус стационар шарттарында медицина дауаланыуы үтергә тәҡдим ителгән.
Енәйәт эше медицина характерындағы мәжбүри сараларҙы ҡулланыу тураһындағы һорауҙы ҡарау өсөн судҡа ебәрелгән.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!