+21 °С
Болотло


Кисә Учалы - Белорет - Миәс автомобиль юлының 95-се саҡрымында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Toyota һәм Datsun маркалы автомобилдәр бөрелешкән.
Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә беренсе автомобилдең 33 йәшлек водителе һәләк булған.
Ваҡиға урынында тикшереү бара, авария сәбәптәре асыҡлана.
Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, ҡаршы һыҙатҡа сыҡмағыҙ, тиҙлек режимын арттырмағыҙ!
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!