Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
7 Февраль , 18:15

Өфөлә студенттар ятағына һөжүм иткәндәр

Дүрт студент, полиция хеҙмәткәре һәм бер бала яраланған, ике кеше ауыр хәлдә.

Өфөлә студенттар ятағына һөжүм иткәндәр
Өфөлә студенттар ятағына һөжүм иткәндәр

Бөгөн Өфөлә Репин урамында урынлашҡан ятаҡта ир кеше бысаҡ менән кешеләргә һөжүм иткән. Ятаҡта медицина университетында уҡыған сит ил студенттары йәшәй. Был турала социаль селтәрҙәрҙә хәбәр иттеләр. Әлеге ваҡытта Рәсәй Эске эштәр министрлығы вәкиле Ирина Волк ирҙең ҡулға алыныуы тураһында хәбәр итте.

Башта рәсми рәүештә дүрт студент һәм полицейскийҙың яраланыуы тураһында хәбәр итәләр, һуңынан зыян күреүселәр һаны алтыға етте, араларында бала булған, тиҙәр.

Бәлиғ булмаған баланы 17-се ҡала клиник дауаханаһына, өс өлкәнде 10-сы дауаханаға, тағы ла икәүһен 18-се ҡала клиник дауаханаһына алып китәләр. Ике кеше ауыр хәлдә, дүртәүһе уртаса ауырлыҡта.

Әлеге ваҡытта хоҡуҡ һаҡлау органдары осраҡты асыҡлауҙы дауам итә. Ваҡиға урынына Орджоникидзе районы прокуроры урынбаҫары Артур Тимерханов барған, ул полицияның эшмәкәрлеген көйләйәсәк, тип хәбәр иттеләр республика прокуратураһынан.

Әлегә һөжүм итеүсенең ҡулға алыныуы билдәле.

Фото: телеграм.

 

 

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас