Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
7 Февраль , 12:30

Концерт ҡарайым тип һәләк булғандар

Бәләбәй – Аксаков – Аксен автомобиль юлының 27-се километрында “Лада Гранта” һәм “КамАЗ” автомобилдәре бәрелешеүе һәм унда дүрт кешенең ғүмере өҙөлөүе хаҡында хәбәр иткәйнек.

Концерт ҡарайым тип һәләк булғандар
Концерт ҡарайым тип һәләк булғандар

3 февралдә кисен Бәләбәй – Аксаков – Аксен автомобиль юлының 27-се километрында “Лада Гранта” һәм “КамАЗ” автомобилдәре бәрелешеүе һәм унда дүрт кешенең ғүмере өҙөлөүе хаҡында хәбәр иткәйнек.

Бәрелеш көсө шул тиклем ҙур була, хатта еңел машина танымаҫлыҡ булып иҙелә.

Мәғлүм булыуынса, “Лада Гранта” рулендә Миәкә районынан 59 йәшлек ир ултырған. Ул автомобилгә идараны юғалта, һөҙөмтәлә транспорт ҡаршы хәрәкәт һыҙатына сыға һәм “КамАЗ”ға бәрелә.

Бәрелеш һөҙөмтәһендә водитель үҙе һәм 47, 61 һәм 67 йәшлек өс ҡатын-ҡыҙ — пассажир һәләк була. Уларҙың барыһы ла Миәкә районында йәшәгән. Бәләбәй районынан булған йөк автомобиленең 52 йәшлек водителе зыян күрмәгән.

Белгестәр билдәләүенсә, фажиғәлә насар һауа шарттары хәл иткес роль уйнай: ул кистә төбәктә көслө ҡар яуа, күреү мөмкинлегенең ҡырҡа кәмеүе һәм юлдың ҡар менән ҡапланыуы үтә хәүефле хәл тыуҙыра. Юл хеҙмәттәре көсәйтелгән режимда эшләй, трассаларҙың бер өлөшө ваҡытлыса ябыла, ә водителдәрҙе бындай шарттарҙа йөрөүҙән баш тартыу тураһында бер нисә тапҡыр иҫкәртәләр. Эксперттар фекеренсә, бындай һауа торошонда тиҙлек сәғәтенә 40 километрҙан юғары булмаҫҡа тейеш тип иҫәпләнә, моғайын, был сикте үтеү һәләкәтле эҙемтәләргә сәбәпсе булғандыр.

Асыҡланыуынса, һәләк булған дүрт кеше Бәләбәйгә урындағы үҙәк мәҙәниәт һарайында 19:00 сәғәттә үтәсәк “Яңы рус әбейҙәре” кабаре-дуэты концертына юлланған. Шаһиттар әйтеүенсә, уларҙың барыһы ла бер ауылдан. Фажиғә тураһында мәғлүмәт социаль селтәрҙәрҙә киң резонанс тыуҙыра: ҡулланыусылар һәләк булғандарҙың туғандарының ҡайғыһын уртаҡлаша һәм экстремаль ҡар яуыуы шарттарында сәйәхәттәрҙең хәүефле булыуын күрһәтә.

“Унда ғәҙәти һауа торошонда ла участка ҡатмарлы – даими ҡар һала, шулай уҡ киҫкен боролош урыны. Күптән түгел генә үҙем шунда юл фажиғәһенә тарый яҙҙым", — тип һөйләне урындағы бер ҡатын. Башҡа шаһиттар ҙа, бындай фажиғәләр ҡышҡы юлда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен һанға һуҡмау һөҙөмтәһе, тип белдерә. 

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: vk.com/clubм. "На земле Салавата".

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас