Бөгөн Өфөлә урынлашҡан БДМУ ятағында һөжүм булды. Бысаҡ тотҡан егет ятаҡҡа килеп һөжүм асты, һөҙөмтәлә алты кеше йәрәхәтләнде. Улар – дүрт студент, ике полицейский һәм һаҡсы. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, зыян күргән студенттар Һиндостан кешеләре. Уларға 21-24 йәш.
Федераль телеграм-каналдар мәғлүмәттәре буйынса, һөжүм иткән кеше – үҫмер, уға 15 йәш. Ул ятаҡта йәшәмәгән. Хәбәр итеүҙәренсә, ул әсәһе һәм өләсәһе менән көн иткән. Һөжүмгә үҙе менән бысаҡ, петардалар алған. Һөжүмдән һуң ул үҙенә ҡул һалырға маташҡан, әле ул дауаханала, ауыр хәлдә.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн сит ил студенттарына һөжүм булған Башҡорт дәүләт медицина университеты ятағындағы хәлгә аңлатма бирҙе.
"Беренсе. Енәйәтсе ҡулға алынған, уның ҡылығы сәбәптәре һәм ваҡиға шарттары асыҡлана.
Икенсеһе. Зыян күреүселәргә квалификациялы медицина ярҙамы күрһәтеү мәсьәләһе - минең шәхси контролемдә.
Өсөнсөһө. Зыян күреүселәрҙең туғандары менән бәйләнешкә индек, булған хәл тураһында хәбәр иттек. Кәрәк булһа, уларҙың Рәсәйгә килеүенә булышлыҡ итәсәкбеҙ.
Дүртенсе. Белем биреү учреждениеларын һаҡлауҙы көсәйтеү һәм бындай хәлдәрҙе булдырмау буйынса саралар күрәбеҙ", – тип яҙҙы төбәк Башлығы үҙенең социаль селтәрендә.
Хәлде тикшереү дауам итә.
Фото: "Башинформ".