

6 февраль иртәһендә Башҡортостандың Учалы районында теркәлгән аварияла бер ҡатындың ғүмере өҙөлөүе хаҡында алдан хәбәр иткәйнек. “КП-Өфө” баҫмаһы асыҡлауынса, ул 33 йәшлек өс бала әсәһе Луиза С. булған.
Был көндө Луиза ире һәм балалары менән Учалынан Өргөн ауылында йәшәгән ата-әсәһе янына барырға сыға. Белорет – Учалы – Мейәс трассаһынан ни бары 20 минутлыҡ юл. Әммә ғаилә бәләгә тарый. Уларҙың машинаһы “Датсун Ондо” менән бәрелешә. Алынған йәрәхәттәрҙән Луиза ашығыс ярҙам килгәнгә тиклем вафат була.
Юл-транспорт ваҡиғаһы булған участканы бөтә урындағы халыҡ хәүефле тип белә – талғын кеүек күренгән боролош арҡаһында аварияға эләгеү хәүефе юғары. Яҡтылыҡ булмау һәм ғәмәлдәге тиҙлектең сикләнеүе, шулай уҡ ҡатмарлы һауа шарттары менән бергә был йыш ҡына ҡаршы һыҙатҡа сығыуға килтерә.
33 йәшлек Луиза ғаиләһе менән Учалыла йәшәгән. Унда ул сәс реконструкцияһы буйынса оҫта булып эшләй, ҡалала уны күптәр белә. Күптән түгел улар үҙ көсө менән төҙөлгән шәхси йортҡа инә һәм өй туйлай.
Күп балалы әсәйҙең ғаиләһе һаман да ауыр юғалтыуҙан иҫенә килә алмай. Таныштары әйтеүенсә, ата-әсәләренә бер нисә тапҡыр ашығыс ярҙам саҡырылған.
– Тәүҙә ҡәйнәһе тынысландырыусы дарыуҙар менән генә йөрөнө, аңһыҙ хәлдә ине. Бәләкәй ҡыҙына дөрөҫтө әйтмәгәндәр, әсәһе алыҫҡа китте тигәндәр, уға әле дүрт йәш кенә. Улдарына 14 һәм 10 йәш. Ерләүҙә уларға бик ауыр була, әсәйҙәренән айырылмайҙар. Ә ире һөйләшә лә алмай, – ти күп балалы әсәйҙең дуҫы.
Луизаны 8 февралдә ата-әсәһенең тыуған ауылы Өргәндә ерләгәндәр. Беҙ уларҙың ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: "КП-Өфө".