Башҡортостанда 25 йәшлек ир әсәһенең башын, кәүҙәһен сапҡылап, банкаларҙа һаҡлаған.
Мәғлүм булыуынса, 25 йәшлек Күмертау кешеһе әсәһен үлтергән өсөн ике айға ҡулға алынған. Һаҡҡа аҫтына алыу сараһын Күмертау район-ара суды ҡабул иткән.
Февраль башында ғәйепләнеүсе аш-һыу өҫтәле артында ултырған әсәһен кейеменән тотоп ала, иҙәнгә йығып, башын балта менән саба. Аҙаҡ егет әсәйенең кәүҙәһен ҡырҡҡылап, уның өлөштәрен пакеттарға, быяла банкаларға һала һәм өйҙә һаҡлай, артабан уларҙан ҡотолорға иҫәп тота.
Бахырҡай үҙ балаһы башына етер тип уйламағандыр инде...
Фото: скриншот.