Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
15 Февраль , 20:30

Иғтибар: юлдар ябылды!

Зинһар, сәфәрҙе планлаштырыуҙа мәғлүмәтте иҫәпкә алығыҙ...

Иғтибар: юлдар ябылды!
Иғтибар: юлдар ябылды!

Федераль әһәмиәттәге автомобиль юлы участкаһында пассажир автобустары, маршрут таксиҙары, йөк транспорты өсөн ваҡытлыса сикләү индерелде:

М-5 ”Урал” автомобиль юлының Башҡортостан Республикаһындағы 1480 километрынан алып (Федоровка ҡасабаһында транспорт айырсаһында) 1548+651 километрына тиклемге (Силәбе өлкәһе менән сик) арауығында.

Хәрәкәт сикләүенең яҡынса тамамланыу ваҡыты – 16 февраль 07:00 сәғәт (урындағы ваҡыт).

Шулай уҡ бөгөн, 15 февралдә, 20:30 сәғәттән ике төбәк трассаһында һауа торошоноң боҙолоуы (ҡар, көслө ел, буран, насар күреү мөмкинлеге) арҡаһында йөк һәм пассажирҙар транспорты өсөн сикләү индерелә.

Ябылған участкалар:

Кропачево – Мәсәғүт – Әчит юлының 9 - 160 километрында (Салауат, Мәсетле һәм Дыуан райондары);

Малаяҙ – Үрге Ҡыйғы – Яңы Балаҡатай – Үңкерҙе юлының 0 - 160 километрында (Салауат, Ҡыйғы һәм Балаҡатай райондары).

Сикләүҙәр яҡынса 16 февралдең 08:00 сәғәтенә тиклем ғәмәлдә ҡала.

Зинһар, сәфәрҙе планлаштырыуҙа мәғлүмәтте иҫәпкә алығыҙ! Юлдарҙа иғтибарлы булығыҙ.

Ашығыс хеҙмәттәрҙе саҡырыу телефоны 112.

Рәмилә МУСИНА фотоһы.

Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас