

Һауа шарттарының ҡырҡа насарайыуына (көслө ел, буран, күреү мөмкинлеге сикләнеү) бәйле бөгөн 10.50 сәғәттән Аксенов – Аксаков – Бәләбәй автомобиль юлының 0 – 39 километрында бөтә төр транспорт саралары өсөн ваҡытлыса сикләү индерелде.
Сикләүҙең яҡынса тамамланыу ваҡыты: 17 февралдең 14.00 сәғәтенә тиклем.
Һауа шарттарының торошона ҡарап, сикләү ваҡыты үҙгәреүе мөмкин.
– Мәжбүри хәүефһеҙлек сараларын аңлап ҡабул итеүегеҙҙе һорайбыҙ. Был йүнәлештә сәйәхәт итеүҙән тыйылығыҙ. Рәсми сығанаҡтарҙа мәғлүмәттең яңыртылыуын күҙәтегеҙ, – тип иҫкәрттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.
Беҙҙең МАХ каналына яҙылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan