

Башҡортостан Республикаһының төбәк әһәмиәтендәге дөйөм ҡулланылыштағы автомобиль юлдары участкаларында йөк транспорты һәм пассажир транспорты хәрәкәтенә 09.00 сәғәттән сикләү индерелгән:
Юлдыбай – Аҡъяр – Сара юлының 0 – 80 километрға тиклем (Йылайыр, Хәйбулла райондары).
Муниципаль-ара әһәмиәттәге дөйөм ҡулланылыштағы автомобиль юлы участкаларында:
Үрге Һарыбил – Ҡыуандыҡ юлының 0 – 104 километрға тиклем (Ейәнсура районы).
Али Сибай – Аҡъяр юлының 0 – 102 километрында (Баймаҡ, Хәйбулла райондары).
Шулай уҡ Р-240 Өфө – Ырымбур автомобиль юлының 222 – 272 километрында.
Һауа шарттары насар булыу сәбәпле (ҡар, көслө ел, түбәнге буран, күреү мөмкинлеген сикле) юлдар ябыла.
Хәрәкәтте сикләүҙең яҡынса тамамланыу ваҡыты 20 февралдең 21.00 сәғәтенә тиклем.
Хәрәкәтте сикләүҙең тамамланыу ваҡыты насар һауа шарттарының дауам итеүе (тамамланыуы) арҡаһында үҙгәрергә мөмкин.
Фото: ЮХХДИ.
Беҙҙең МАХ каналына яҙылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan.