Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы мәғлүмәтенә ярашлы, 21 февралдә төндә Ҡалтасы районының Ҡалмиябаш ауылында ағас йорт янған. Был ваҡытта өйҙә 58 йәшлек ҡатын булған.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғын һүндереүселәр утты һүндергән ваҡытта уның үле кәүҙәһен генә тапҡан.
28 йәшлек күрше егете ҡатынды ҡотҡарырға маташҡан. Утты һүнлдерергә тырышҡанда ул ике ҡулын да яндырған. Уға медицина ярҙамы күрһәтелә.
Ваҡиға урынында тәфтиш-оператив төркөм эшләй, янғындың сәбәптәре асыҡлана.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы матбуғат хеҙмәте.
Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!