Хәүефһеҙлек
24 Февраль , 13:10

Ирҙе ҡотҡара алмағандар

23 февралдә Ленин урамындағы биш ҡатлы йортта янғын булған.

Ирҙе ҡотҡара алмағандарИрҙе ҡотҡара алмағандар
Ирҙе ҡотҡара алмағандар

23 февралдә Стәрлетамаҡта Ленин урамындағы биш ҡатлы йортта янғын булған.

Янғын һүндереүселәр йорттоң икенсе ҡатындағы асыҡ яныуҙы һүндергән һәм уның эсенән 71 йәшлек ирҙе алып сыҡҡан. Ул ныҡ янған һәм урындағы дауаханаға реанимацияға һалғандар. Әммә табиптар был ирҙе ҡотҡарып ҡала алмаған.

Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы өс көнлөк оҙон ялға йомғаҡ яһаны: был осорҙа янғында  дүрт кеше һәләк булған һәм тағы ла бишәүһенең тәне бешкән. Йыл башынан алып Башҡортостанда 654 янғын осрағы теркәлгән, уларҙа 31 кеше янып үлгән, 27 кеше йәрәхәтләнгән.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы  граждандарҙы һаҡ булырға саҡыра: иҫерек килеш түшәктә тәмәке тартмаҫҡа һәм мотлаҡ йортта янғын хәбәр иткес ҡоролма ҡуйырға.

Фото: социаль селтәрҙән.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас