Хәүефһеҙлек
26 Февраль , 14:15

Өфө мәктәптәрендә ҡораллы ҡарауылсылар эшләй башлаясаҡ

1 марттан Өфө мәктәптәрендә хәүефһеҙлекте ҡораллы һаҡсылар тәьмин итәсәк.

Өфө мәктәптәрендә ҡораллы ҡарауылсылар эшләй башлаясаҡӨфө мәктәптәрендә ҡораллы ҡарауылсылар эшләй башлаясаҡ
Өфө мәктәптәрендә ҡораллы ҡарауылсылар эшләй башлаясаҡ

1 марттан Өфө мәктәптәрендә хәүефһеҙлекте ҡораллы һаҡсылар тәьмин итәсәк

Баш ҡаланың вице-мэры Дмитрий Черенков хәбәр итеүенсә, һүҙ беренсе һәм икенсе категория уҡыу йорттары тураһында бара.

Муниципалитет хакимиәтенең мәғариф идаралығы етәксеһе Азамат Батыршин әйтеүенсә, 2025 йылда Өфө мәктәптәре янында ете контроль-үткәреү пункттары урынлаштырылған.

“Өфөләге бөтә 127 мәктәптә лә лә ҡапҡасыҡтар магнит асҡысы менән бикләнә”, - тине ул.

Фото: социаль селтәрҙән.

Р. Кәлимуллин.

Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!

 

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас