Хәүефһеҙлек
27 Февраль , 10:50

Башҡортостанда “Ракета хәүефе” иғлан ителде

Быға тиклем шундай уҡ режим Һарытау, Һамар, Ырымбур һәм Пенза өлкәләре, Удмуртия, Пермь крайы территорияһында индерелгән.

Башҡортостанда “Ракета хәүефе” иғлан ителдеБашҡортостанда “Ракета хәүефе” иғлан ителде
Башҡортостанда “Ракета хәүефе” иғлан ителде

Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә “Ракета хәүефе” режимы иғлан ителде. Һаҡ булығыҙ, тип хәбәр итте 27 февралдә көндөҙ Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов.

Ракета хәүефе янаған осраҡта граждандарҙың эш итеү тәртибе БПЛА һөжүме янағандағы кеүек булырға тейеш.

Быға тиклем шундай уҡ режим Һарытау, Һамар, Ырымбур һәм Пенза өлкәләре, Удмуртия, Пермь крайы территорияһында индерелгән. Пенза, Һарытау, Һамар һәм Ҡазан аэропорттарында ваҡытлыса сикләүҙәр ғәмәлдә.

 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас