Хәүефһеҙлек
27 Февраль , 17:40

Биш турист юғалған

Пермь крайында, ҡаргиҙәрҙә китеп, дүртенсе көн әйләнеп ҡайтмаған Өфө туристарын эҙләйҙәр.

Биш турист юғалғанБиш турист юғалған
Биш турист юғалған

Бер аҙна элек Өфөнән биш ир үҙ автомобилдәрендә Пермь крайына юллана. Төркем 20 февралдә Золотанка ауылында, ҡаргиҙәргә күсеп, Кваркуш платоһы яғына юл тота. 24 февраль әйләнеп ҡайтырға тейеш булалар, әммә әлегә тиклем үҙҙәре лә, хәбәр ҙә юҡ. Машиналары ҡалдырған урынында тора.

Уларҙы эҙләүҙә 31 кеше һәм 16 берәмек техника ҡатнаша, шулай уҡ пилотһыҙ осоу аппараттары һәм вертолет йәлеп ителгән. Был хаҡта Пермь крайы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында хәбәр итәләр. Төндә районда -30 градуска ҡәҙәр һыуытырға мөмкин. Төркөм маршрутын МЧС-та теркәмәгән.  

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас