

20 февралдә Өфөнән биш турист Пермь урмандарында ҡаргиҙәрҙә йөрөргә юлланған, әммә улар инде биш көндән ашыу бәйләнешкә сыҡмай.
Мәғлүм булынса, улар Красновишер округының Золотанка ауылына бара. Унда машиналарын ҡалдырып, ҡаргиҙәрҙәрҙә Кваркуш таулығына юлланалар. 24 февралдә ҡайтырға тейеш булалар. Әммә бәйләнешкә сыҡмайҙар. Хәҙер туристарҙы ирекмәндәр эҙләй.
Шулай уҡ база хужаһы был ваҡытта платола булған бөтә ҡунаҡтар менән бәйләнешкә инә, әммә Өфөнән төркөмдө бер кем дә күрмәй. Уның һүҙҙәренсә, был ваҡытта тауҙарға көн һайын 50-60 кеше сыға.
Билдәле булыуынса, туристар төркөмө Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында теркәлмәгән, шуға күрә уларҙың туғандары, бер нисә көн инде бәйләнешкә сыҡмауҙарын аңлап, хәүефләнә. Пермь крайының Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына ваҡиға тураһында мәғлүмәт 27 февралдә иртәнге сәғәт 10-да ғына килә.
Эҙләүгә ирекмәндәр, хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре сыға. Шулай уҡ биләмәне ҡарау өсөн пилотһыҙ авиация ҡулланыласаҡ.
Рәмилә Мусина фотоһы.
Беҙҙең МАХ каналына яҙылығыҙ: max.ru/gazetabash....